Камалова Р. З.
← Кире ҡайтырға

Стилистика

Һөйләгән һәм яҙған ваҡытта кеше билдәле фекерҙең ҡайҙа, ҡасан, ниндәй маҡсатта әйтелеүенә (яҙылыуына), кемгә төбәлгән булыуына ҡарап, һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе һайлап файҙалана. Тел сараларын шул рәүешле ҡулланыу стиль төрҙәрен барлыҡҡа килтерә.

Йәнле һөйләү стиле ғәҙәттәге телмәрҙә, үҙ-ара әңгәмәләрҙә сағыла. Йәнле һөйләү стиленең маҡсаты – аралашыу, күргән-белгәндәр тураһында фекер уртаҡлашыу. Ул стиль һәр саҡ тип әйтерлек диалог формаһында була. Унда хис-тойғолар асыҡ сағыла.

Матур әҙәбиәт стиле (художестволы стиль) әҙәби әҫәрҙәр (хикәйә, повесть, роман, шиғырҙар, поэмалар, драма, трагедия һ.б) ижад иткәндә ҡулланыла. Матур әҙәбиәт стиленең маҡсаты – яҙыусы ижад иткән образдар ярҙамында тыңлаусылар менән уҡыусыларҙың тойғоларына һәм уйҙарына йоғонто яһау.

Фәнни стилдең маҡсаты – фәнни эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһен аңлатыу, тасуирлау. Ул стиль монологик телмәр формаһында тормошҡа ашырыла. Фәнни стилдең үҙенә генә ҡараған жанрҙары бар: монография, фәнни мәҡәлә һәм китаптар, диссертациялар, белешмәләр, дәреслектәр һ.б.

Публицистик стиль халыҡ араһында өгөт-нәсихәт эшендә ҡулланыла. Был стилдең төп маҡсаты – яңылыҡтарҙы хәбәр итеү, уларға аңлатма биреү, факттарҙы һәм ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһалау. Публицистик стилдә газета-журнал мәҡәләләре, әҙәби тәнҡит, белдереүҙәр, очерктар һ.б. яҙыла; репортаж, интервью, әңгәмә, эссе жанрҙарында ла был стиль ҡулланыла.

Рәсми эш ҡағыҙҙары стилендәге яҙыу-һыҙыу эштәре рәсми аралашыуҙа ҡулланыла. Был стилдең маҡсаты – белешмә, мәғлүмәт (информация) биреү.

Рәсми эш ҡағыҙҙары стиленең устав, кодекс, закон, протокол, инструкция, ғариза (заявление), расписка, акт, саҡырыу, договор, ҡарар кеүек жанрҙары бар.

Хаттар стиле. Боронғо замандарҙан уҡ айырым кешеләрҙең, дәүләт эшмәкәрҙәренең бер-береһе менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре махсус яҙышыу аша ла барған. Яҙышыу үҙ аллы бер стиль барлыҡҡа килтергән. Ул хаттар стиле. Хаттың традицион формаһы эшләнгән: уның башы, төп өлөшө, аҙағы була. Хаттар стиленә тағы көндәлектәр, иҫтәлектәр инә.