Синтаксис
Синтаксис
Һүҙбәйләнеш
Һүҙбәйләнеш – ул мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан үҙ-ара бәйле ике йәки бер нисә һүҙ. Улар бер бөтөн уйҙы, фекерҙе аңлатмайҙар, уларҙың тамамланған интонацияһы ла булмай. Һүҙбәйләнештәр кәмендә ике һүҙҙән тора: уның береһе төп һүҙ йәки эйәртеүсе һүҙ, икенсеһе эйәреүсе (буйһоноусы) һүҙ була. Мәҫәлән, эйәрле ат. Ат төп йәки эйәртеүсе һүҙ; эйәрле - эйәреүсе һүҙ. Эйәрле һүҙе ат һүҙен тулыландырып, асыҡлап килә.
Эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә мәғәнәһе буйынса бәйләнеп килә. Уларҙың мәғәнә бәйләнеше эйәртеүсе һүҙҙән сығып бирелгән һорау менән белдерелә.
Ике һүҙҙән торған һүҙбәйләнештәр йыйнаҡ, ә унан да күберәк һүҙҙән торғандары тарҡау була. Мәҫәлән; икмәк еҫе – йыйнаҡ, йылы икмәк еҫе– тарҡау.
Һүҙбәйләнештәр ике юл – теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш юлдары менән яһала.
Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәр булмай, улар бер-береһенә тиң булып, бер-береһенә буйһонмайҙар, бер үк һорауға яуап булалар. Мәҫәлән: торна менән төлкө; йылы, матур; Азат һәм Айнур.
Эйәртеүле бәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмай: береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килә. Мәҫәлән: 9-сы класс, класта уҡыйым.
Эйәртеүле бәйләнештең 4 төрө бар. Эйәртеүле бәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмай: береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килә, шуға күрә береһен – эйәреүсе, икенсеһен төп, йәки эйәртеүсе һүҙ тип атайҙар. Мәҫәлән: 9-сы класс, класта уҡыйым.
Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре:
1.Ярашыу. Эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә бер үк затта һәм бер үк һанда бәйләнә: мин уҡыйым, беҙ башҡортбоҙ.
2.Башҡарылыу. Эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә йәки берәй бәйләүес менән килеүен талап итә: мәктәптә уҡыйым, машина менән барҙым.
3.Йәнәшәлек. Эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙ менән бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәйенсә, йәнәшә тороп, мәғәнә яғынан ғына бәйләнә: биш ҡыҙ, тырышып уҡый, аҡ ҡар.
4.Һөйкәлеү. Эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килә, эйәртеүсе һүҙ эйәлек заты ялғауын ҡабул итә: балаларҙың баҡсаһы (балалар баҡсаһы), Айнурҙың китабы, Дүртөйлө ҡалаһы.
Һөйләм
Һөйләмдәр ярҙамында беҙ үҙебеҙҙең уйыбыҙҙы, тойғоларыбыҙҙы белдерәбеҙ, бер-беребеҙгә һорауҙар бирәбеҙ, аңлашабыҙ, үтенестәр, кәңәштәр әйтәбеҙ,
Һөйләмдең баш киҫәктәре уның грамматик нигеҙен тәшкил итә. Уның үҙенә генә хас интонацияһы була.
Һөйләм аҙағында нөктә, һорау йәки өндәү билдәләре ҡуйыла. Ҡоштар йылы яҡҡа китә. Көҙгө ялан хаосында һеҙ ни беләһегеҙ? Ниндәй матур һин, алтын көҙ!
Әйтелеү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырып йөрөтәләр.
Нимәлер тураһында хәбәр итеүҙе белдергән һөйләмде хәбәр һөйләм, һорауҙы эсенә алған һөйләмде һорау һөйләм,
ә кемде лә булһа эш-хәрәкәткә өндәүҙе, бойороуҙы, һоҡланыуҙы белдергән һөйләмде өндәү һөйләм тип атайҙар.
Әсәй ҡайтты. (хәбәр)
Әсәй ҡйттымы? (һорау)
Әсәй ҡайтты! (өндәү)
Һөйләм киҫәктәре
Һөйләмдең баш киҫәктәре
Эйә менән хәбәр һөйләмдең баш киҫәктәре була. Улар һөйләмдең грамматик нигеҙен барлыҡҡа килтерәләр. Эйәнең аҫтына бер, хәбәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙыла: Бөркөттәр бейек оса.
Һөйләмдә кем, нимә тураһында һүҙ барғанын аңлатҡан, эш-хәрәкәттең эйәһен белдергән баш киҫәк эйә тип атала.
Һөйләм эсендә эйә башҡа һүҙҙәргә буйһонмай, һәр ваҡыт төп килештә килеп, кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙарына яуап була. Айнур уҡый.
Эйә тураһында ни ҙә булһа белдергән, һөйләмдәге уй-фекерҙең тамамланыуын күрһәткән баш киҫәк хәбәр тип атала. Азат уҡый.
йыйнаҡ һөйләм
Хәбәр эйәгә буйһоноп, уның менән ярашып килә. Мәҫәлән: Мин уҡыйым. Һин уҡыйһың.
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәренә аныҡлаусы, тултырыусы, хәл инә.
Аныҡлаусы
Аныҡлаусылар һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдереп, ниндәй? ҡайһы? ҡайҙағы? нисә? нисәнсе? кемдең? нимәнең һорауҙарына яуап булып килә. Мәҫәлән: Туғыҙынсы класта уҡыйым.
Тултырыусы
Һөйләмдә ҡылымдан килгән һөйләм киҫәген асыҡлап, кемде? нимәне? кемгә? нимәгә? кемдән? нимәнән? кемдә? нимәлә? кем менән? нимә менән? кеүек һорауҙарға яуап биргән эйәрсән киҫәк тултырыусы тип атала.
Мәҫәлән: Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән, илгә изгелек килтергән апайҙарҙың, әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең эшсән, һөйкөмлө ҡулдарын ҡыҫҡы килә.
Хәл
Эштең, хәрәкәттең башҡарылыу ваҡытын, рәүешен, урынын, сәбәбен, маҡсатын белдереп, нисек? ҡасан? ҡайҙа? нилектән? ни өсөн?кеүек һорауҙарға яуап биргән эйәрсән киҫәк хәл тип атала. Мәҫәлән: Самолет юғары оса.
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр
Эйә составы ла, хәбәр составы ла булған һөйләмдәрҙе ике составлы һөйләмдәр тип йөрөтәләр.
Эйә менән хәбәрҙән генә торған һөйләмде ике составлы йыйнаҡ һөйләм тип атайҙар. Мәҫәлән: Балалар баралар.
Эйә менән хәбәрҙән башҡа эйәрсән киҫәктәре булған һөйләмде ике составлы тарҡау һөйләм тип йөрөтәләр. Мәҫәлән: Балалар мәктәпкә баралар.
Йә эйә, йә хәбәр составы ғына булған һөйләмде бер составлы һөйләмдәр тип йөрөтәләр. Мәҫәлән. Йәй. Өшөттө. Миңә уҡырға кәрәк. Башҡортостанымды яратам.
Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре:
1.Билдәле эйәле һөйләм
Эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып килеүе хәбәрҙән беленеп торған һөйләмде билдәле эйәле һөйләм тип атайҙар. Билдәле эйәле һөйләмдең хәбәре 1-се һәм 2-се зат ҡылымдарҙан килә, шуға күрә ниндәй һүҙҙең эйә булыуы ла беленеп тора. Мәҫәлән: Башҡорт гимназияһында уҡыйым.(Эйәһе мин һүҙе булыуы хәбәрҙән аңлашылып тора).
2.Билдәһеҙ эйәле һөйләм
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдә эште башҡарыусы була. Мәҫәлән: Гимназияны бер йыл эсендә төҙөнөләр. Кемдер был эште башҡарған, ләкин кем икәне аныҡ ҡына билдәле түгел. Һөйләмдең хәбәре булып 3-сө зат хәбәр һөйкәлеше ҡылымы килә һәм был хәбәр эште башҡарыусыны аныҡ ҡына күрһәтмәй.
3.Эйәһеҙ һөйләм
Ҡайһы бер һөйләмдәрҙә эйә бөтөнләй булмай һәм уның кәрәклеге лә һиҙелеп тормай. Был һөйләмдең эш башҡарыусыһын да, эйәһен дә табып булмай. Бындай һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр тип атайҙар.
Мәҫәлән: Беҙгә тырышып уҡырға кәрәк.
4.Атама һөйләм
Бер составлы атама һөйләмдәрҙә эйә составы ғына, йәғни эйә һәм уға эйәргән башҡа һүҙҙәр генә була, ә хәбәр составы бөтөнләй булмай.
Мәҫәлән: Йәй. Көтөп алған каникулдар.
Ҡушма һөйләм
Ике һәм унан да артыҡ ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм ҡушма һөйләм тип атала: Көҙгө ямғырҙар өҙлөкһөҙ һибәләй башланы, аяҡ аҫтындағы япраҡтар хәҙер ҡыштырламай.
Был һөйләм ике ябай һөйләмдән тора: 1) көҙгө ямғырҙар өҙлөкһөҙ һибәләй башланы, 2) аяҡ аҫтындағы япраҡтар хәҙер ҡыштырламай.