Камалова Р. З.
← Кире ҡайтырға

Фонетика

Фонетика

бүлеге буйынса өҫтәлмә мәғлүмәт

Кеше һөйләгәндә өндәр сығара. Уларҙы телмәр өндәре тип йөрөтәләр. Өн телмәрҙең иң ҡыҫҡа һәм бәләкәй берәмеге һанала.Телмәр өндәрен, уларҙың төрлө шарттарҙа нисек үҙгәреүен өйрәнеүсе фәнде фонетика, ә өндәрҙең яҙыуҙа бирелешен өйрәнә торған фәнде графика тип атайҙар.

Һүҙҙе әйтәбеҙ ҙә, яҙабыҙ ҙа. Яҙғанда беҙ һәр өндө хәреф менән сағылдырабыҙ.

Өндәрҙе яҙып һүрәтләү өсөн ҡабул ителгән шартлы билдәләр хәреф тип йөрөтөлә. Хәрефтәрҙе бер тәртипкә теҙеп яҙалар. Хәрефтәрҙең теҙемен алфавиттип атайҙар. Бөтә төр һүҙлектәр, кешеләрҙең исемлектәре, китапханаларҙа китап исемдәре яҙылған карточкалар тик алфавит тәртибендә генә була. Алфавитты яҡшы белеү һәр кемгә кәрәк.

Башҡорт алфавитында 42 хәреф бар.

Башҡорт алфавитында я, ю, е, ё хәрефтәре икешәр өндө сағылдыра: я = й + а; ю=й+у; е = й + э; ё = й + о: , Юлай, ерән, ёлка.

ь, ъ хәрефтәре өн белдермәй.

Ҡайһы бер өндө белдереү өсөн ике хәреф алынған: э, е хәрефтәре бер үк өндө (э) сағылдыралар, тик айырма шунда: э хәрефе һүҙҙең башында, е һүҙҙең уртаһында һәм аҙағында яҙыла: элгес, элекке.

Башҡорт телендә а, ә, о, ө, ы, э (е), у, ү, и (9) һуҙынҡы өндәре бар. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә лә о, ы, э өндәре бар, тик улар киңерәк, оҙонораҡ булып әйтелә: тыл, электр, орден.

О, ө, у, ү һуҙынҡыларын әйткәндә ирендәр ҡат­нашҡанға, уларҙы ирен һуҙынҡылары тип йө­рөтәләр.

Ҡалын һуҙынҡылар: (а, о, у, ы). Нәҙек һуҙынҡылар: (ә, ө, ү, и, э(е)).

Тартынҡылар яңғырау (б, в, г, ғ, д, һ.б.) һәм һаңғырау (п, т, ш, к, ҡ, һ.б) була.

Башҡорт телендә б, п, д, т, ҡ, к, ҙ, ҫ, с, ш, г, ғ, һ, в (ваҡыт), й, м, н, ң, л, р тартынҡы өндәре төп башҡорт һүҙҙәрендә, в (вагон),ф, ж, з, ч, ц, щ, х өндәре сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә лә ҡулланыла. Башҡорт телендә бөтәһе 28 тартынҡы өн бар.

Яһаусы ялғауҙарҙа ла о йәки ө өн-хәрефтәре булһа, үҙгәртеүсе ялғауҙарҙа ла шул уҡ о йәки ө хәрефтәре яҙыла: боронғолоҡ-тоң, бөлгөнлөк-тө, көлкө-нөң; ҡылымдарҙа: ҡоро-но, төңөл-дө, болоҡһо-но, көлөш-төк һ. б.

Рус әҙәби теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә о хәрефе үҙ урынында яҙыла: колхоз, завод, агроном, доктор, компьютер, район һ. б. Ул һүҙҙәрҙең ялғауында ы яҙыла: доктор-ҙыц, район-ды, колхоз-дыҡы, агрономы-быҙһ. б.

-оу, -өү ялғаулы исем ҡылымдарҙың эйәлек заты ялғауҙарында һәр саҡ ы, е яҙыла: көлөү-е, тороу-ыбыҙ, төрөү-егеҙ, ҡотолоу-ығыҙ, болоҡһоу-ыңһ. б.

Тамыр һүҙҙең һуҙынҡыһы ҡалын булһа, ялғау­ҙарҙа ла тик ҡалын һуҙынҡылар була; нәҙек һуҙынҡы булһа, ялғауҙарҙа ла нәҙек һуҙынҡылар килә, уны сингармонизм тип атайҙар (һуҙынҡылар гармонияһы). Мәҫәлән: ҡал: -ҡалды, ҡалдылар; кил: килде, килделәр, килеүселәр; бала: балалар, балаларҙың; төлкө: төлкөләр, төлкөләрҙең, төлкөләрҙең ; бел: белем, белемле, белемлеләр, белдекле, белдекленең.

Һүҙ башында йэ ишетелгән урында Е, е хәрефе яҙыла: Елмәрҙәк, елдәр, «Ете ҡыҙ» бейеүе, еңеүселәр.

Һүҙ башында э хәрефе яҙыла: эшмәкәр, эсемлек, эремсек, эре; һүҙ уртаһында шул уҡ э өнө е хәрефе менән бирелә: теләк, тереклек, керһеҙ, серле һ. б.

Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә э хәрефе һүҙҙең башында ла, уртаһында ла яҙыла: аэросана, этаж, аэрозолъ, поэма һ. б.

Йа ишетелгән урындарҙа һүҙ башында, уртаһында, аҙағында һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә я хәрефе үҙгәрешһеҙ яҙыла: яңы, яныуыс, ялағай; ҡаяу, ҡыяҡ, ҡыяр; донъя, Яхъя, таҡыя; буръяк, биръяк, Дания, Корея, октябрь, отряд, Соня һ. б.

Йу ишетелгән урындарҙа һүҙҙең башында, уртаһында һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең үҙ урындарында ю үҙгәрешһеҙ яҙыла: юрға, юл, юға­лыу, юғиһә, юйыу, юҡһыныу; Аҡъюл; июль, Юлия, союз,

Баҫымһыҙ ижектәге һуҙынҡы өндәр дөрөҫ яҙы­лышта сағылдырыла, ләкин дөрөҫ әйтелештә юғалып ҡала, әйтелмәй: күркәмерәк — күркәмрәк, олоғайыу — олгайыу, бейегерәк — бейегрәк һ. б.

Һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙ һуңынан һуҙынҡы өн менән башланған һүҙ торһа һәм икеһе лә бер тынала әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә ике һуҙынҡы өндөң береһе төшөп ҡала: ҡара урман — ҡарурман, яҡшы эш­ләй — яҡшэшләй, эшкә инде — эшкинде һ. б.

Р, л, й, ҙ, у, ү, з, ж, а, ә өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң ҡ, к өндәре менән башланған һүҙҙәр килеп, ул һүҙҙәр бер тынала әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә ҡ, к өндәре ғ, г өндәре менән алмашынып килә: Беҙҙе бөтә кеше белә — беҙҙе бөтә геше белә.

Ике һуҙынҡы араһында һәм р, л, й, ҙ, ж, уы, үе тартынҡыларынан һуң килгәндә лә б өнө йомшаҡ яңғыраусы в кеүек әйтелә: кәбән — кәвән, табаҡ — таваҡ, тубылғы — тувылгы; торба — торва, һәйбәт — һәйвәт, ялбыр— ялвыр, аҙбар— аҙвар, Һәүбән — һәүвән.

П өнөнә бөткән һүҙҙәргә һуҙынҡы өн менән башланған ялғау ҡушылғанда дөрөҫ яҙылышта п өнө урынына б өнө яҙыла, дөрөҫ әйтелештә б өнө йомшаҡ яңғыраған в өнөнә үҙгәрә: китап — китабым — китавым; яуап — яуабы — яуавы һ. б.

У, ү хәрефтәре лә икешәр өндө белдерә: урман— тау, үлән— тәүҙә һ. б. Тимәк, у, ү хәрефтәре тағы ла уы,үетартынҡы өндәрен дә белдерә. Һүҙ башындағы уы, уе өндәре в хәрефе менән сағылдырыла: ватан, ваҡыт, Вәкилтип яҙыла, ә уатан, уаҡытһәм Үәкил тип әйтелә.

Иғтибар итегеҙ: башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башындағы в өнө дөрөҫ әйтелештә уы — үе өнө рәүешендә әйтелә. Мәҫәлән: ватан — уатан(дөрөҫ әйтелеш). Рус һәм башҡа сит ил телдәренән ингән һүҙҙәрҙең башында һәм һүҙ уртаһындағы ижек башында в өнө асыҡ әйтелә: ваза, совет, революцияһ. б. Һүҙ уртаһындағы ижек аҙағында торғанда в өнө ф өнөнә үҙгәрә: зафхоз, сафхоз(дөрөҫ әйтелеш). Һүҙ аҙағында ла в өнө дөрөҫ әйтелештә ф өнө булып әйтелә: пассиф, штатифһ. б. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең аҙағындағы яңғырау д өнө дөрөҫ әйтелештә һаңғырау т өнө булып әйтелә.Мәҫәлән, склад, доклад һүҙҙәренең дөрөҫ әйтелеше: склат, доклат.

Ике һүҙ араһында йәки бер һүҙ эсендә м, бөндәре алдынан килгәнн өнө һәр саҡмбулып яңғырай: һикһән бер — һикһәмбер, көнбағыш — көмбағыш, быныһын беләм — быныһымбеләм, тыуғанмын — тыуғаммын, күргәнмен — кургәммен.

Ҡ, ғ, к, г тартынҡыларының алдынан торған н өнө ң булып ишетелә: боронғо — бороңғо; кейенге килә — кейеңге килә; кәрәккәнгә — кәрәккәңгә.

Л, р, й, ҙ, з, ж, у, үкеүек хәрефтәрҙең аҙағынан ҡ,көндәре ғ, г булып ишетелә: ҡыр гәзәһе, бер геше генә, ҡоро гайын, багажгайҙа ята? ғәзиз геше, ай галҡа һ. б.

К, ҡ, п хәрефтәренә тамамланған һүҙҙәргә һуҙынҡы менән башланған ялғауҙар ҡушылғанда, ул хәрефтәр г, ғ, б булып ишетелә һәм шулай яҙыла: тараҡ — тарағым, күкрәк — күкрәгем, һәнәк — һәнәгебеҙ, мәктәп — мәктәбебеҙ, каток — катогы, күп — күбәйә, тап— табыу.

Телмәр ағышында өндәр бер-береһе менән яраҡ­лашып, оҡшашып киләләр. Башҡорт теленең үҙенең төп һүҙҙәрендә йә гел ҡалын һуҙынҡылар, йә тик нәҙек һуҙынҡылар ғына була: боролош, бөрсөкләнеү, бөгөнгө, бурыл, былтырғы, бүлексә, аҡһаҡал, йылғырлыҡ, егәрлелек, йәйен.

Ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә тартынҡылар ҡалын, ә нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә нәҙек әйтеләләр: ҡорал, көрәк; боролдо, бөрөлдө; ҡора, көрә; ҡыйыҡ, кейек; ҡарағай, тәгәрлек (ҡош исеме); төргәк, талғын.

Башҡорт телендә ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә ҡ, ғ, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә к, г өндәре килә: ҡара ҡарға, ала ҡарға, сәүкә, илгиҙәр, кәрәк, ҡырғыс.

Мәғәнә, мәҡәлә, Сәғиҙә, ғәрсел, ғилем, ҡеүәт, ҡиммәт, ҡиәфәт, ҡәнәғәт кеүек һүҙҙәр ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән. Шуға нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә лә ҡ, ғ өндәре килә ала.

Рус теленән үҙгәрешһеҙ килеп ингән һүҙҙең эсендә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы ла, ҡаты һәм йомшаҡ тартынҡы ла бергә тора ала: сентябрь, социализм, брошюра, интернациональ, информация.

Ялғауҙың ниндәй өндән башланыуы ялғау ҡу­шыласаҡ һүҙҙең аҙаҡтағы өнөнә бәйләнгән.

Ҡ, к, п, с, т, ф, һ, ч, ш, щ, г, х, ц, д, б тартынҡыларының береһенә бөткән һүҙгә т, ҡ, к өнө менән башланған ялғауҙар ҡушыла: балыҡ-тар, балыҡ-лҡа, көрәк-тәр, көрәк-кә, тарих-ты, тарих- ҡа, туп-тар, туп-ҡа, төп кә, балаҫ-ты, балаҫ-ҡа, плащ та, плащ-ҡа, иңкеш-те, иңкеш-кә, флаг-ты, флаг-ка, доклад-ты, доклад-ҡа, клуб-тан, клуб-ҡа һ. б.

Л, м, н, ң, з, ж яңғырау өндәренең береһенә тамамланған һүҙгә д, ғ, гөндәре менән башланған ялғауҙар ҡушыла: урам-дар, урам-га, үлән-де, үлән-гә, тырыз-ды, тырыз-га, гараж-ды, гараж-гаһ. б.

Р, й, ҙ, у (уы), ү (үе), и, юөндәренең береһенә бөткән һүҙгә ҙ, ғ, гөндәре менән башланған ялғауҙар ҡушыла: ҡар-ҙар, ҡар-га, тай-ҙы, тай-га, көй-ҙәр, көй-гә, таяу-ҙан, таяу-га, Р. Нигмәти-ҙән, Р. Нигмәти-гә, меню-ҙа һ. б.

А, ә, о, ө һуҙынҡыларына тамамланған һүҙҙәргә л, н, ғ, гөндәре менән башланған ялғауҙар ҡушыла: бала-лар, бала-ны, бала-га, кәйлә-ләр, кәйлә не, кәйлә-гә, оло лар, оло-но, оло-га, бөрө-ләр, бөрө-нө, бөрө-гә һ. б.

Ижеккә бүлеү. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, ижектәр һаны шулай. Беренсе ижек һуҙынҡынан да (ә-сәй), тартынҡынан да килергә мөмкин (бал). Ҡалған ижектәр бары тик тартынҡынан башлана (ба-ла-лар). Ике тартынҡы рәттән килһә, береһе алғы ижектә, икенсеһе уның артындағы ижеккә күсә (ҡыҙ-ҙар), 3 тартынҡы бергә килһә, 2-һе алғы ижектә, бары тик береһе генә артҡы ижеккә күсә (баш-ҡорт-тар). Я хәрефле һүҙҙәрҙә ижек я хәрефенә башлана (ҡо-яш, ҡу-ян).

Һүҙҙе бер юлдан икенсе юлға ижеккә бүлеп күсерәләр. Мәҫәлән: тау-ҙа; ҡала-нан, ҡа-ланан; йәт-сә, со-циа-лизм. Бая, тая, оя, елән, атай, әсәй кеүек һүҙҙәрҙе юлдан юлға бүлеп күсереп булмай, сөнки бер хәрефтән торған ижек яңғыҙы ғына юл аҙағында ҡалдырылмай ҙа, икенсе юлға күсерелмәй ҙә.

Һүҙҙең бөтә ижектәре лә бер төрлө тауыш менән әйтелмәй. Көслөрәк тауыш менән әйтелеүҙе баҫымтип атайҙар.

Башҡорт телендә баҫым һәр саҡ тип әйтерлек һуңғы ижеккә төшә: урман, урмансы, урмансылыҡ, урмансылыҡта, урмансылыҡтағы; бала, балалар, балаларға.

Ҡайһы бер рәүештәрҙә, алмаштарҙа баҫым беренсе ижеккә төшөүсән: яңы(ҡайтты), ҡапыл(кү­ренде), байтаҡ(эшләнгән), һаман(йөрөй), ҡасан, нилектән, нйсә(тапҡыр) һ. б. Был осраҡта әйтеләсәк уй, фекер көсәйтелеп, ҡабартылып бирелә. Шуға күрә айырым осраҡтарҙа һүҙҙең мәғәнәһен көсәйтеүсе ярҙамсы һүҙҙәргә лә баҫым төшә: бик күңелле, бик яҡшы (булған), иң матурын (ал) һ. б.

Рус теленән бер ниндәй үҙгәрешһеҙ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең баҫымы үҙ урынында ҡала: комбайн, элеватор, трактор, телевизор, самолет, картина.

Һөйләмдәге һүҙҙәрҙең барыһына ла баҫым бер тигеҙ төшмәй. Аралашыуҙың маҡсатынан сығып, билдәле бер һүҙгә көслө баҫым төшә. Ундай көслө баҫым логик баҫым тип атала. Логик баҫым һәр саҡ тип әйтерлек хәбәр ролен башҡарыусы ҡылым алдындағы һүҙгә төшә. Мәҫәлән: Олатайым менән әсәйем мине тышҡа сыҡҡас ҡына күрҙеләр. Олатайым менәнәсәйем тышҡа сыҡҡас ҡына мине күрҙеләр. (С. Агиштан.)