Камалова Р. З.
← Кире ҡайтырға

Морфология

Морфология

Морфология грек телендәге морфе «форма» һәм логос «тәғлимәт, фән, ғилем» һүҙҙәренән ҡушылып яһалған. Ул - һүҙҙе, уның төҙөлөшөн, үҙгәреүен, шулай уҡ һүҙ төркөмдәрен, уларҙың мәғәнәләрен өйрәнә торған фән.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр

Һүҙ төркөмдәре

Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре предметтарҙы, уларҙың билдәләрен, эш-хәрәкәтте, һанды атап киләләр. Һөйләмдә һөйләм киҫәктәре булалар. Ул һүҙ төр­көмдәренә исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш инә.

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре үҙ аллы һүҙҙәр менән бергә генә ҡулланылалар һәм һөйләм киҫәктәре була алмайҙар. Ул һүҙ төркөмдәренә бәйләүес, теркәүес, киҫәксәләр инә.

Был ике ҙур төркөмдән башҡа, айырым урын алып тороусы һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, ымлыҡ, оҡшатыу һүҙҙәре, модаль һүҙҙәр: ох, ах, их һ. б.

Исем

Исем - предметты белдергән, кем? нимә? һорауҙарына яуап биргән үҙ аллы һүҙ төркөмө.

Мәҫәлән: Айсыуак әле ауылда укый.(Кем уҡый?) Айсыуак. Айсыуаҡ гармунда уйнай.(Айсыуаҡ нимәлә уйнай?) Гармунда.

Кешеләргә ҡарата кем?башҡа бөтә йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы белдергән исемдәргә нимә? ни?һорауҙары бирелә.

Исемдәр һан, эйәлек һәм хәбәрлек заты, килеш­тәр менән үҙгәрә. Мәҫәлән: бала - балалар; ур­ман - урмандар; ат - атым, атыбыҙ, аты; кеше - кешемен, бала - балаһың, уҡыусы - уҡыусымын; ат - аттың, атты, атка һ. б.

Һөйләмдә исем эйә, тултырыусы, хәл, һирәгерәк хәбәр булып йөрөй. Мәҫәлән: Мин - һандуғас талда һайрарға һөйләмендә һандуғас хәбәр булып килгән.

Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр

Донъяла предметтар шул тиклем күп, уларҙың иге-сиге юҡ. Мәҫәлән: тауҙар, йылғалар, урмандар, үҫемлектәр, кешеләр, хайуандар, төрлө йәнлектәр, китаптар, йорттар, заводтар... Уларҙың һәр береһе тураһында беҙ был - ағас, был урман, был - таш, тау тип әйтә алабыҙ. Ағас, урман, таш, тау - уртаҡлыҡ исемдәр.

Ниндәй ҙә булһа берәй предметты уға оҡшаш башҡа предметтарҙан айырып йөрөтөү өсөн бирел­гән атамалар ҙа була.

Яңғыҙлыҡ исемдәр тип, айырым предметтарҙың атамаларына әйтәләр.

Һәр йылғаның, географик урындың, кешенең һәм башҡаларҙың үҙҙәренә генә бирелгән исемдәре була: Урал (тауҙар теҙмәһе, йылға), Ағиҙел, Ҡариҙел, Оло Эйек, Кесе Эйек (йылғалар), Ирәмәл, Ирәндек (тау һырттары), Тамара Ғәниева, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров (кеше исемдәре, фамилиялары); «Һабантуй», «Иман» - Тайфур Сәғитовтың романдары.

Яңғыҙлыҡ исемдәргә тарихи ваҡиғаларҙың, картиналарҙың, киноларҙың, спектаклдәрҙең, завод-фабрикаларҙың атамалары, хайуандарға бирелгән ҡушаматтар ҡарай. Етегән, Ҡояш, Ер, Өлкәр кеүек планета һәм йондоҙ атамалары ла яңғыҙлыҡ исемдәргә инә.

Яңғыҙлыҡ исемдәр ҙур хәреф менән башланып яҙыла.

Китаптарҙың, журналдарҙың, газеталарҙың, картиналарҙың, киноларҙың, спектаклдәрҙең, кораблдәрҙең, колхоз-совхоздарҙың исемдәре ҙур хәреф

менән башланып, тырнаҡтар эсенә алынып яҙыла. Мәҫәлән: «Башкортостан», «Йәншишмә» газеталары, «Аманат», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары, «Сыңрау торна» балеты, «Шәүрә» операһы, «Ҡарағол» спектакле, «Муса Гәрәев» теплоходы, «Рекорд» телевизоры, «Салауат Юлаев» кинофильмы.

Төп атамаға ингән бөтә һүҙҙәр ҙә ҡушылып яҙыла: Баламйәбеш (тау), Биштәкә (ауыл), Һыйырғасҡан (тау), Алайғыр, Атйетәр (ауыл) һ. б.

Үҙ аллы ике һүҙҙән ҡушарлап яһалған ер-һыу атамаларының өлөшө ҙур хәреф менән һыҙыҡса аша яҙыла: Ҡолтай-Ҡаран, Еҙем-Ҡаран, Ҡыпсалс-Ас- лсар, Ҡаңны-Төркәй (ауылдар) һ. б.

Оло, бәләкәй, кесе, беренсе, иҫке, яңы, үрге, түбәнге, арғы, бирге, икенсе, ҙур кеүек аныҡлаусылар ҙур хәреф менән айырым яҙылалар: Оло Һырт, Кесе Көйөргәҙе, Ҙур Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Беренсе Дәүләтҡол, Икенсе Дәүләтҡол, Арғы Етеболаҡ, Иҫке Муса, Яңы Муса, Үрге Һаҙ, Түбәнге Һаҙ.

Төп исемгә эйәреп килгән тау, йылға, урам кеүек һүҙҙәр бәләкәй хәреф менән яҙыла: Урал тауы, Әй урамы, Дим йылғаһы, Октябрь проспекты һ. б. Ләкин шул уҡ һүҙҙәрҙең эйәлек ялғауы булмаһа, ҡушылып яҙылалар: Арҡылыйылға, Арҡылытау, Ямантау, Яҡтыкүл, Аҡкүл һ. б.

Төрлө ойошма атамалары һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәрҙең төп өлөшө генә ҙур хәреф менән яҙыла. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Стәрлетамаҡ аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһы, Белоретметаллургия комбинаты, Дәүләкән район мәғариф идаралығы һ. б.

Исем һүҙ төркөмө һан категорияһы менән үҙгәрә.

Һан

берлек күплек

парта парта-лар

Һан менән үҙгәреш

Һүҙҙең тамыры тамамланһа

Күплек ялғауҙары

Миҫалдар

а,ә,о,ө,ы,е,я

-лар , -ләр

бала-лар

килә-ләр

л,м,н,ң,з,ж

-дар, -дәр

урам-дар

белгән-дәр

б,в,г,д,к,ҡ,п,с,ҫ,т,ф,х,һ,ц,ч,ш,щ

-тар, -тәр

китап-тар

еләк-тәр

ҙ,й,р,у,ү,и

-ҙар, -ҙәр

ҡыҙ-ҙар

матур-ҙар

Эйәлек заты менән үҙгәреше

Исемдәрҙең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата.

берлек күплек

I зат минең ручка - м беҙҙең ручка - быҙ

II зат һинең ручка - ң һеҙҙең ручка - ғыҙ

III зат уның ручка – һы уларҙың ручка - һы

Исемдәрҙең хәбәр урынында ҡулланылыуы хәбәрлек заты тип атала.

берлек күплек

I зат мин уҡыусы - мын беҙ уҡыусы - быҙ

II зат һин уҡыусы - һың һеҙ уҡыусы - һы - ғыҙ

III зат ул уҡыусы - сы улар уҡыусы - лар (уҡыусы)

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

Төп килеш кем? нимә?

Эйәлек килеш кемдең? нимәнең?

Төбәү килеш кемгә? нимгә?

Төшөм килеш кемде? нимәне?

Урын-ваҡыт килеш кемдә? нимәлә? ҡайҙа?

Сығанаҡ килеш кемдән? нимәнән? ҡайҙан?

Исемдәр һөйләмдең:

эйәһе (Әсәй аш бешерә),

хәбәре (Китап – белем шишмәһе),

тултырыусыһы (Мин хикәйәне уҡыным),

аныҡлаусыһы (Малайҙың китабы асыҡ),

хәле (Мин Өфөлә йәшәйем) булып килә ала.

Сифат

Сифат - предметтың билдәһен (төҫөн, формаһын, тәмен, күләмен һ.б.) белдергән, ниндәй? ҡайһы? һорауҙаарына яуап биргән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Мәҫәлән: әсе лимон, һары лимон, түңәрәк өҫтәл.

Аңлатҡан мәғәнәләре буйынса сифаттар ике төркөмгә: төп һм шартлы сифаттарға бүленә.

Төп сифаттар предметтыңтөп билдәһен белдерә: йәшел (таҡта), ҡыҙыл (туп).

Шартлы сифаттар предметтың урынын (күктәге болот), ваҡытын (боронғо заман), ниндәй материалдан яһалыуын (алтын сәғәт) белдерә.

Төп сифаттар ғына дәрәжә менән үҙгәрә.

Сифат дәрәжәләре

1.Төп дәрәжәләге сифат предметтың ғәҙәттәге билдәһен аңлата, һәм улар бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәй, мәҫәлән: ҡыҙыл сәскә, аҡ ҡар.

2.Сағыштырыу дәрәжәһе бер предметты икенсе бер предмет менән бер үк сифатта сағыштырыуҙы һәм шул сифаттың ошо предметта күберәк булыуын күрһәтә, мәҫәлән: айыу бүренән көслөрәк.

3.Артыҡлыҡ дәрәжәһе предметта билдәнеңғҙәттән артыҡ булыуын аңлата. Был дәрәжә ике төрлө яһала:

а) сифаттың беренсе йәки икенсе ижегенә -п йәки -м хәрефе ҡушыла һәм шул ижектән һуң сифат үҙе әйтелә, мәҫәлән: ҡып - ҡыҙыл, йәм - йәшел.

Төп сифаттар ғына дәрәжә менән үҙгәрә.

б) сифат алдына ныҡ, иң, бик, бигерәк кеүек киҫкәсәләр ҡуйыла, мәҫәлән:

бик яҡшы, иң матур.

4.Аҙһытыу дәрәжәһе предметтағы билдәнең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерә һәм ике төрлө юл менән яһала:

а) сифаттың тәүге ижегенән һуң -ғылт/-ҡылт, -келт ялғауҙары ҡушыла, мәҫәлән, ҡыҙыл - ҡыҙғылт, йәшел - йәшкелт.

б) –һыл,-һел,-һыу ялғауҙары ҡушылыу юлы менән яһала, мәҫәлән: аҡһыл, зәңгәрһыу.

Сифаттар һөйләмдә күп ваҡыт аныҡлаусы булып йөрөй. Ә исем урынында килгәндәре тултырыусы (Ялҡауҙың көн дә башы ауырта), эйә (Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.), хәбәр (Иң насар кешеләр – ғәйбәтселәр.)

була ала.

Һан

Һан – предметтың иҫәбен белдергән, нисә? күпме? һорауҙарына яуап биргән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Мәҫәлән: Мин 5 китап алдым.

Яһалышы яғынан һандар ябай һәм ҡушма һандарға бүленә: ябай һандар бер генә һүҙҙән (бер, ун, мең), ҡушма һандар бер нисә һүҙҙән (ун бер, ун ете, ике мең егерме алты) тора.

Һанға ялғау ҡушылмай:

1.Датаны белдергәндә: 4 июнь, 2026 йыл, 17 март.

2.Рәт һаны рим цифрҙары менән бирелһә: IX класс, Петр I, XXI быуат, I зат.

Һан төркөмсәләре

1.Төп һандар предметтың теүәл иҫәбен белдерә, күпме?нисә? һорауҙарына яувп бирә: бер, ун, егерме.

2.Рәт һандары нисәнсе? һорауына яуап бирә, предметтың һаналыу тәртибен белдерә: беренсе, унынсы.

3.Сама һаны предметтың иҫәбен сама менән, яҡынса белдерә, нисә тирәһе? күпмеләп? Һорауҙарына яуап бирә: унлап, 5-6 (биш-алты).

4.Йыйыу һаны предметты төркөмдәргә бүлеп, йыйып иҫәпләүҙе белдерә, күпме? нисәү? Һорауҙарына яуап бирә: берәү, унау.

5.Бүлем һандары күп предметты тигеҙ тигеҙ өлөштәргә бүлеп иҫәпләүҙе белдерә, нисәшәр? күпмешәр? һорауҙарына яуап бирә: етешәр, бишәр.

6.Кәсер һандары бөтөн һанды һәм уның өлөштәрен белдерә: икенән бер, өстән ике.

7.Үлсәү һандары төрлө предметтарҙы ауырлығы, ҙурлығы һ.б. билдәләре буйынса айырып күрһәтә: өслө шәм, етеле калуш, йөҙлө лампочка.

Һандар һөйләмдә эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәк тә булып киләләр.

Алмаш

Исем, сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылған һүҙҙәр алмаш тип атала. Улар ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштыра, шул һүҙ төркөмөнөң һорауҙарына яуап бирә.

1.Айнур гимназияла уҡый. Ул шашка уйнарға ярата.

(Исемде алмаштыра, эйә булып килә).

2.Гимназияла тырыш уҡыусылар күп. Ундай уҡыусылар бөтә ергә өлгөрә.

(Сифатты алмаштыра, аныҡлаусы булып килә).

3.Азат шахмат уйнарға ярата. Уға әсәһе шахмат бүләк итте.

(Исемде алмаштыра, тултырыусы булып килә).

4.Азат та, Айнур ҙа яҡшы уҡыйҙар. Улай уҡыу өсөн күп көс һалырға кәрәк.

(Рәүеште алмаштыра, хәл булып килә).

Алмаш төркөмсәләре

1.Зат алмаштары:

берлек күплек

I зат мин беҙ

II зат һин һеҙ

III зат ул улар

2.Күрһәтеү алмаштары:

а) был, теге,ошо,шул, ул (кеше);

б) бындай, тегендәй,ошондай, шундай, ундай;

в) былай, тегеләй, ошолай, шулай, улай.

3. Һорау алмаштары: кем? нимә? ҡасан? нисек? нисә? ҡайһы? ҡайҙа?

ниндәй? күпме?

4. Билдәләү алмаштары:

а) һәр, үҙ, һәр кем, һәр бер;

б) бөтә - бөтәһе, барлыҡ - барлығы, һәммә – һәммәһе.

5. Билдәһеҙлек алмаштары:

а) әллә кем, әллә нимә, әллә ниндәй, әллә нисек, әллә ҡасан, әллә ҡайҙа;

б) кемдер, нимәлер, ниндәйҙер, нисектер, ҡасандыр, ҡайҙалыр;

в) теләһә кем, теләһә нимә, теләһә ниндәй, теләһә нисек, теләһә ҡайҙа һ.б.

6. Юҡлыҡ алмаштары:

а) һис кем, һис нимә, һис ҡасан, һис ҡайҙа, һис бер, һис ни;

б) бер кем, бер ни, бер нимә.

7. Эйәлек алмаштары: минең, һинең, уның; беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың; минеке, һинеке, уныҡы; беҙҙеке, һеҙҙеке, уларҙыҡы.

Рәүеш

Рәүеш – эш-хәрәкәттең билдәһен белдергән, нисек? ҡасан? ҡайҙа? һорауҙарына яуап биргән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Мәҫәлән: Бөгөн кил.

Рәүештәр сағыштырыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәһендә килә ала.

1.Сағыштырыу дәрәжәһе -раҡ/-рәк, -ыраҡ/-ерәк, ораҡ/-өрәк ялғауҙары менән яһала. Мәҫәлән: тиҙ уҡы - тиҙерәк уҡы, һәйбәтерәк яҙ, нығыраҡ һуҡ.

2.Артыҡлыҡ дәрәжәһе һүҙ алдынан үтә, бик, иң, ныҡ, уғата, ғәжәп кекүек һүҙҙәр өҫтәү менән яһала: бик шәп йүгерә, ғәжәп матур йырлай һ.б.

Рәүеш төркөмсәләре

Рәүеш төркөмсәләре

Һорауҙары

Миҫалдар

1.Төп

Нисек? Ни рәүешле?

Тиҙ, ҡапыл, йәйәү, ялан аяҡ һ.б.

2.Ваҡыт

Ҡасан?

Бөгөн, быйыл, элек, иртән, ҡышын һ.б.

3.Урын

Ҡайҙа?

Юғары, түбән, яҡын, алыҫ, бире һ.б.

4.Оҡшатыу

Нисек?

Аттай, уттай, айыуҙай, минеңсә һ.б.

5.Күләм- дәрәжә

Күпме?

Аҙ, күп, байтаҡ, һирәк һ.б.

6.Сәбәп-маҡсат

Ниңә?

Бушҡа, юрый, юҡҡа, яңылыш, әрәмгә, шунлыҡтан һ.б.

Рәүештәрҙең яһалышы

1.Тамыр рәүештәр: хәҙер, күп, яй, насар;

2.Яһалма рәүештәр: яҙған - са, аҡса - лата, кис – ен, ҡыш – ын;

3.Ҡушма рәүештәр: аяҡ өҫтө, ялан аяҡ, шәп-шәп (атлай), йүгерә-атлай.

Рәүештәр сағыштырыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәһендә килә ала.

Рәүештәр һөйләм эсендә күберәк хәл (Мин бөгөн бишле алдым.), һирәк кенә хәбәр (Иң оҙон көн – бөгөн.) булып килә.

Ҡылым

Ҡылым – ул предметтың эш-хәрәкәтен, торошон белдергән, кем?нимә? һорауҙарына яуап биргән үҙ аллы һүҙ төркөмө.

Ҡылымдар заман, зат, һан менән үҙгәрәләр. Ҡылымдың өс заманы була: үткән, хәҙерге, киләсәк заман.

Өлгө: үткән заман - ҡайттым, ҡайттың, ҡайтты; ҡайттыҡ, ҡайттығыҙ, ҡайттылар; хәҙерге заман - барам, бараһың, бара; барабыҙ, бараһығыҙ, баралар; киләсәк заман - уҡырмын, уҡырһың, уҡыр; уҡырбыҙ, уҡырһығыҙ, уҡырҙар; уҡыясаҡмын, уҡыясаҡһың, уҡыясаҡ; уҡыясаҡбыҙ, уҡыясаҡһығыҙ, уҡыясаҡтар.

Башҡорт телендә бойороуҙы, хәбәрҙе, шартты, теләкте белдергән ҡылымдар зат менән үҙгәрә.

1.Бойороҡ һөйкәлеше: һин кил, һеҙ килегеҙ, ул килһен, улар килһендәр.

2.Хәбәр һөйкәлеше: мин көләм, беҙ көләбеҙ, беҙ килербеҙ; мин ҡыуандым, беҙ ҡыуандыҡ,; мин киткәйнем, беҙ киткәйнек, һеҙ киткәйнегеҙ; ул китер булган, ул китер ине...

3.Шарт һөйкәлеше: мин килһәм, һин килһәц, ул килһә; беҙ уйнаһаҡ, һеҙ уйнаһагыҙ, улар уйнаһалар, улар уйнамаһалар.

4.Теләк һөйкәлеше: мин ҡайтайым, беҙ ҡайтайык,; минең ҡайтҡым килә, уның ҡайтҡыһы килә; мин китмәксе булам, һин китмәксе булаһың; минең эшләйһем бар, һинең бараһың бар, уның бараһы бар.

Бойороҡ һөйкәлеше

Бойороуҙы, ҡушыуҙы, үтенеүҙе белдергән ҡылымдар бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы тип атала: һаҡла, көйлә, эшләһен, килһен, килегеҙ. Ҡылымдарҙың бойороҡ һөйкәлеше түбәндәге мәғәнәләрҙе сағылдырырға мөмкин.

1.Ғәҙәти бойороу: Уҡыусылар, дәрестән һуц спорт майҙанына волейбол уйнарға килегеҙ, берегеҙ ҙә ҡалмағыҙ.

2.Ҡаты бойороу: Походҡа барырға әҙерлекһеҙ килеп тә йөрөмәгеҙ!

3.Рәсми бойороу: Класта өлгәшмәүсе бер уҡыусы ла булмаһын! Һәр кем кластың намыҫы өсөн көрәшһен!

4.Үтенес, инәлеү, ялбарыу: 1.Кил әле һин, иптәш, бир һин миңә һөйәлләнеп ҡаттан ҡулыңды. (М. Ғафури.) 2. «Инегеҙ инде, инегеҙ, апай», — тип инәлде Самат. 3. Йәшермәсе, радио алдамайҙыр, һин киләһең съезд залына. Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәр өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?.. (Ғ. Сәләм.)

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары зат, һан менән үҙгәрә, барлыҡ-юҡлыҡта килә. Тик бойороҡ һөйкәлешенең 1-се заты булмай, сөнки кеше үҙенә үҙе бойора алмай. Мәҫәлән:

Берлек Күплек

мин — беҙ —

һин уйна һеҙ уйнағыҙ

ул уйнаһын улар уйнаһындар

Хәбәр һөйкәлеше

Һөйләмдә эш-хәрәкәттең эшләнеүе йәки эшләнмәүе хаҡында хәбәр биреүҙе аңлатҡан ҡылымдар хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары тип атала: ашыға, ҡайтҡан, барасаҡ, уйнар, ҡайта торғайны, уйнай торған булған.

Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше өс заманда килә: 1) үткән, 2) хәҙерге, 3) киләсәк замандар.

1.Үткән заман: Кәрим мәктәптән ҡайтты. Кәрим мәктәптән ҡайтҡан. Кәрим мәктәптән ҡайтҡайны. Кәрим мәктәптән ҡайтыр ине. Кәрим мәктәптән ҡайта торған булган.

2.Хәҙерге заман: Кәрим мәктәптән ҡайта.

3.Киләсәк заман: Кәрим мәктәптән ҡайтыр. Кәрим мәктәптән ҡайтасаҡ.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының
үткән заманы

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән заманы һөйләү ваҡытынан алда булған эш-хәрәкәтте белдерә: ҡайтты, киткән, үткән, килә торғайны, һөйләй торған булған, яҙыр ине.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән заманы һөйләүсенең шул ҡылым аңлатҡан эш-хәрәкәттең башҡарылыуын йәки башҡарылмауын үҙ күҙе менән күреү-күрмәүен белдереп килә. Мәҫәлән: Әминә сәғәт өстә мәктәптән ҡайтты. Иртәнсәк ҡыр ҡаҙҙары теҙелешеп осоп баралар ине. Юл­даштың атаһы балыҡ ҡармаҡлағанда ҡысҡырып һөйләшкәнде яратмай торғайны һөйләмдәрендәге ҡылымдар һөйләүсенең эш-хәрәкәттең үтәлеү-үтәлмәүен күреүен, шаһит булыуын белдерәләр, ундай ҡылымдарҙы шаһитлы үткән заман ҡылымдары тип йөрөтәләр.

Атайым эштән төнөн, беҙ йоҡлағас ҡына, ҡайтҡан. Был хәл күптән булған.Уны атайым олатайымдан, олатайым үҙенән дә оло ҡарттарҙан ишетеп белгән һөйләмдәрендәге ҡылымдар һөйләүсенең эш-хәрәкәт­тең үтәлеү-үтәлмәүен үҙ күҙе менән күрмәгәнен белдерәләр, бындай ҡылымдар шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдары тип йөрөтөлә.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының
хәҙерге заманы

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымы эш-хә­рәкәттең һөйләү моментында үтәлеү-үтәлмәүен йәки һәр ваҡыт булып торған эш-хәрәкәтте белдерә. Мәҫәлән: Зөләлә ҡына гөлдәре уҫтерергә ярата. Ал, ҡыҙыл, һары булып сәскә аталар ҙа күҙҙец яуын алып торалар. (Д. Бүләков.)

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымының хәҙерге заманы түбәндәге юлдар менән яһала:

1.Тамыр ҡылым тартынҡы өнгә бөтһә, ялғау -а, -ә өнө менән башлана: ҡайт - ҡай-та, төш - төш-ә.

2.Тамыр йәки нигеҙ ҡылым һуҙынҡы өнгә бөтһә, ялғау -й өнө менән башлана: ҡара - ҡарай, уйна - уйнайым, ташла - ташлайһың, башла - башлай.

3. Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымының юҡлығы тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ма, -мә ялға­уы ҡушылып яһала, шунан һуң ғына -й ялғауы өҫтәлә: барма - бармай, тотма - тотмай.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының
киләсәк заманы

Ҡылымдың киләсәк заманы киләсәктә, һөй­ләү мәленән һуң башҡарыла торған эш-хәрәкәт тураһында хәбәр итеүҙе белдерә: «Ҡасан тәртибең өлгөлө була, пионерға беҙ һине шунда ғына алырбыҙ», — тине. «Ярар, мин барыбер инәсәкмен, тик ни, анауы ошалссы Ғариф кеүек өслөктәр менән түгел, гел дүрткә, бишкә генә уҡып инер­мен. Ни, бына күрерһегеҙ», — тине лә сәхнәнән йүгереп төштө лә китте. (3. Би­ишева.)

Миҫалдарҙан күренеүенсә, киләсәк замандың ике төрлө формаһы бар:

1.Айбулат отличник булыр. 2. Айбулат отличник буласаҡ.

Шарт һөйкәлеше

Шарт һөйкәлеше эш-хәрәкәттең береһе икенсеһе үтәлеүенә шарт булып килеүҙе белдерә: 1. Бала­лар уйынға бер керешһәләр, донъяларын оноталар. 2. Ҡулыңды һуҙып тотһаң, тамсылар усыңа һике­реп иркәләнәләр, шаяралар. Әгәр ҙә һин усыңды йомһаң, бармаҡ араларынан сығып ҡасалар.

Шарт һөйкәлешендәге ҡылым тамыр йәки ни­геҙ ҡылымға -һа, -һә ялғауҙары ҡушылып яһала: ал - алһа, эшлә - эшләһә, йөрө - йөрөһә.

Шарт һөйкәлеше үткән заманда ҡалған эште, шартты белдерһә, -ған, -гән, -ҡан, -кәнялғаулы ҡылым аҙағынан булһаярҙамсы ҡылымын ҡуйыу менән яһала: Төнөн ямғыр яумаған булһа, беҙ бөгөн экскурсияға барыр инек.

Киләсәк заманда үтәләсәк эште, шартты бел­дерһә, -р, -ыр, -ер, -ор, -өрялғауҙары менән килгән ҡылым аҙағынан булһа ярҙамсы ҡылымы ғына зат менән үҙгәрә: Мин килгән булһам, һин килгән булһаң, ул килгән булһа; беҙ ҡайтыр булһаҡ, һеҙ ҡайтыр булһағыҙ, улар ҡайтыр булһалар.

Теләк һөйкәлеше

Теләк һөйкәлешендәге ҡылымдарҙың ике фор­маһы була:

а) ябай формаһы, б) ҡушма формаһы.

1.Теләк һөйкәлешенең ябай формаһы тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -айым, -әйем, -айыҡ, -әйек, -маҡсы, -мәксе ялғауҙары ҡушылып яһала, ул һөй­ләүсенең берәй эште эшләргә теләге барлығын бел­дерә: «Ашап алғас, ни, тағы балыҡ ҡармаҡлайыҡ, йәме», - тине Ҡыҙырас. «Уныһын өләсәйемә алып ҡайтайыҡ», - ти Юлдаш.

2.Теләк һөйкәлешенең ҡушма формаһы төп мәғәнәләге ҡылым аҙағына килә, итә ҡылымдары һәм бар, юҡ һүҙҙәре ҡушылып яһала. Ул саҡта төп ҡылымға -ғы, -ге, -ҡы, -ке, -ғо, -гө, -ҡо, -кө ялғау­ҙары ҡушыла: тарағы килә, торғо килә, кейге килә, йөрөгө килә, эшләргә итә, ҡайтаһы бар һ. б.

1.Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән

Тауға менгем килде.

Дан ҡапҡаһы күрһәм, шул ҡапҡаны

Шаҡып ингем килде. (М.Кәрим)

Ҡылым төркөмсәләре

1.Исем ҡылымдар эш-хәрәкәттең атамаһын, исемен белдерәләр. Мәҫәлән уҡы – уҡыу, яҙ – яҙыу.

2.Уртаҡ ҡылымдар эште эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклекте, тейешлекте белдерәләр. Мәҫәлән: уҡы-рға, бар-ырға, бармаҫҡа.

3.Сифат ҡылымдар предметты уның эше яғынан билдәһен белдерәләр. Мәҫәлән: эшләгән (кеше) уҡылған (китап), уйнаусы (бала), эшләнәсәк (эш).

4.Хәл ҡылымдар эштең эшләнеү ваҡытын, рәүешен, сәбәбен белдерәләр.

Йылмайып (һөйләшә), көлә-көлә (килә), тырышып (уҡый).

Ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы бар.

Барлыҡ формаһы эштең эшләнеүен, булыуын белдерә (уҡый, ашай, ҡараны, барыр).

Юҡлыҡ формаһы эштең эшләнмәүен, булмауын белдерә, ике төрлө юл менән яһала:

1)-ма, -мә ялғауы ярҙамында (уҡы-ма-ны, уҡы-ма-й, уҡы-ма-ясаҡ)

2)түгел, юҡ мөнәсәбәт һүҙҙәре ярҙамында (мин дәрестә юҡ, исемем Айнур түгел, ә Азат).