Камалова Р. З.
← Кире ҡайтырға

Һүҙьяһалыш

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ ҺӘМ ОРФОГРАФИЯ.

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ.

Тамыр һәм ялғауҙар.

Һүҙҙең тулы мәғәнә аңлатыусы бүленмәй торған иң бәләкәй өлөшөн тамыр тип йөрөтәләр: күҙ, ел, кил, ал.

Тамырға ҡушылып, яңы мәғәнәле башҡа бер һүҙ яһаусы йә уның формаһын ғына үҙгәрткән өлөшөн ялғау тип атайҙар: -лыҡ, -лек, -лы, -ле, -ла, -лэ, -ҙы, -ҙе, -ты, -те, -ға, -гә, -ҡай, -кәй, -саҡ, -сәк, -ыу, -еү, -раҡ, -рәк һ. б.

Ялғауҙар үҙҙәре айырым ғына ҡулланылмай, мәғәнә лә аңлатмай.

Тамырға ҡушылып, унан яңы һүҙ яһаусы һәм һүҙгә мәғәнә биҙәге өҫтәүсе ялғауҙарҙы яһаусы ялғауҙартип йөрөтәләр: -сы, -се, -ла, -лә, -таш, тәш, -ҡыс, -кес, -келт, -кер, -кәр, -ҡы, -ке һ. б. Мәҫә­лән: малсы, йылкысы, эшлә, серҙәш, йәйге, ҡышҡы, хеҙмәткәр, еткер, йәшкелт, ҡырҡҡыс, элгес һ. б.

Һәйләмдә бер һүҙҙе икенсеһенә бәйләп килеүсе ялғауҙар (-тың, -тең, -ға, -гә, -ым, -ем, -м, -быҙ, -беҙ һ. б.) үҙгәртеүсе ялғауҙар була.

Үҙгәртеүсе ялғауҙарға килеш (аттың), эйәлек (атым), күплек (балалар), зат (барам) ялғауҙары ҡарай.

Бер тамырҙан яһалған һүҙҙәр тамырҙаш һүҙҙәр була: телсе, телләшеү, телһеҙ, телсән, телсәр.

Яһаусы ялғау ҡушылып яһалған һүҙҙе яһал­ма һүҙ тип атайҙар: күҙлек, күҙәнәк, еләҫ, елкән, елпеүес.

Яһаусы ялғау ҡушылып яһалған һүҙ нигеҙ һүҙ була: белемленең тигән һүҙҙә бел — тамыр, бел + ем + ле - нигеҙ һүҙ, -нең - үҙгәртеүсе ялғау.

Төп башҡорт һүҙҙәрендә ялғауҙарҙың ҡалын­лығы һәм нәҙеклеге һүҙҙең нигеҙенә ҡарап йөрөй: нигеҙе ҡалын һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыла: ҡая - ҡаяны, һарыҡ — һарыҡҡа, тоҙ - тоҙҙоң, ҡар - ҡарҙа, таш - таштан; нигеҙе нәҙек һүҙгә нәҙек ялғау ҡушыла: өй - өйгә, бәйге - бәйгене, беренсе - беренселәр, төлкө - төлкөнөкө.

-ль, -нь хәрефтәренә тамамланһа һәм бер рәттән килгән ике тартынҡының һуңғыһы йомшаҡ булһа, ул һүҙҙәргә нәҙек ялғау ҡушыла: фестиваль — фестивалгә, июнь — июндә, пристань — пристанде, нефть — нефттән, верфь — верфте.

Аҙағы -рь, -сь, -чь, -шь хәрефтәренән торған һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыла: тушь — тушҡа, гуашь — гуаштың, секретарь — секретарға, лагерь — ла­герҙан.

Ялғау ҡушылғанда һүҙ аҙағындағы -ь билдәһе һәр ваҡыт төшөп ҡала.

-сть хәрефтәренә бөткән һүҙҙәр ҡалын ялғау ҡабул итәләр, ә һуңғы -ть хәрефтәре төшөп ҡала: власть — власҡа, повесть — повестың, часть — часҡа.

Һуҙынҡы, ҡаты тартынҡы йәки -и менән та­мамланған рус һәм башҡа сит тел һүҙҙәренә ҡалын ялғау ҡушыла: лупа — лупаны, какао — какаоға, жюри — жюриға, такси — таксиҙа, ателье — ательенан, приз — призды, люкс — люкста, негр — негрҙар, фильм — фильмды, асфальт — асфальтта һ. б.

Фамилиялар -ев, -ин хәрефтәренә бөткәндә, нә­ҙек нигеҙле һүҙгә нәҙек, ҡалын нигеҙле һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыла: Исмәғилевте, Байышевтан, Мостафиндың, Сафиндың.

Отпуск, диск, пропуск; лозунг, митинг; танк, банк; Омск, Минск, Октябрьский; артист, солист, текст, шрифт; чекист, ландшафт.

Өлгө: дискылар, лозунгылар, Омскиҙа, танкыбыҙ, танкығыҙ.

Рус теленән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән -ск, -нг, -нк тартынҡыларына бөткән һүҙ­ҙәргә ялғау ҡушҡанда, ике араға -ы- өҫтәлеп яҙыла: прииск — приискыға; киоск — киоскыға, штамп — штампының; митинг — митингынан, приискым.

Омск, Минск кеүек -ск тартынҡыларына бөткән ҡала исемдәренә ялғау ҡушҡанда, -и- өҫтәп яҙыла: Омскиҙан, Минскиға.

-сть, -ет, -фт, -зд ҡуш тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, -ть, -т, -д хәрефтәретөшөп ҡала: артист — артисҡа, власть — власҡа, ландшафт — ландшафына, съезд — съезға.

Кронштадт, Брест, Шмидт кеүек яңғыҙлыҡ исемдәрҙә -т һаҡлана: Шмидтты, Брестҡа, Кронштадттан.

Кросс, металл, ватт, грамм кеүек бер иш ҡуш

тартынҡыларға тамамланған һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, береһе төшөп ҡала: кросҡа, металды,грамдың, ватҡа.

Донбасс кеүек бер иш ҡуш тартынҡыларға бөткән яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙә ялғау алдынан икеһе лә һаҡлана: Донбасста.

Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары.

Тел белеменең һүҙ төҙөлөшөн һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнә торған бүлеге һүҙьяһалыш тип атала. Мәҫәлән: һүҙьяһалыш өсөн белемлене һүҙенең мәғәнәһе һәм грамматик билдәләре мөһим түгел, ә уның ниндәй өлөштәрҙән яһалыуы беренсе урында тора: 1) ҡоролошо яғынан тамыр (бел-) һәм ялғауҙар (-ем, -ле, -не); 2) сығышы яғынан яһалма һүҙ; 3) ҡылымға исем яһаусы -ем Һәм сифат яһаусы -ле ялғауҙарын ҡушыу юлы менән (морфологик юл) яһалған.

Яһаусы ялғауҙар һүҙҙең тамырына, нигеҙенә ҡушылып, уның лексик мәғәнәһен үҙгәртәләр һәм яңы лексик мәғәнәле һүҙ яһайҙар: ҡыҫ-ҡыс, сәнс-ке; тау-лы, ҡыш-ҡы; йәш-тәр-сә; таш-сы, урман-лыҡ.

Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә айырым мәғәнә биҙәге генә өҫтәйҙәр. Был төр яһаусы ялғауҙарға түбәндәгеләр ҡарай:

1)кесерәйтеү һәм иркәләү ялғауҙары: 'ҡош-соҡ, мал-ҡай, ҡолон-саҡ, уйын-сыҡ, ҡыҙ-ый;

2)сифаттарҙың, рәүештәрҙең дәрәжә ялғауҙары: яҡшы-раҡ, сағыу-ыраҡ, тиҙ-ерәк, йәш-келт.

Үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, уның лексик мәғәнәһенә тәьҫир итмәйенсә, тик грамматик мәғәнәһен генә үҙгәртә лә һүҙбәйләнеш, һөйләм эсендәге башҡа һүҙҙәргә бәйләү вазифаһын башҡара. Ул төр ялғауҙарға 1) килеш ялғауҙары: ауыл-дыц, ауыл-ға һ. б.; 2) ҡы­лымдарҙың зат ялғауҙары: уҡы-й, уҡы-й-ым,

уҡы-й-һың; 3) эйәлек заты ялғауҙары: ат-ым, ат­ыбыҙ, ауыл-ыц; 4) хәбәрлек заты ялғауҙары ҡарай: уҡыусы-мын, ташсы-һың, ауылдан-мын,5)күплек ялғауҙары: китап-тар, дәфтәр-ҙәр, һөйләй-ҙәр, яҙа-лар.

Ялғауҙарҙың тамырға ҡушылыу тәртибе түбәндәгесә: тамырға иң тәүҙә һүҙ яһаусы, унан һуң һүҙ үҙгәртеүсе ялғау ҡушылып килә. Мәҫәлән: икенселәргә - ике-нсе-ләр-гә; уйынсыҡтарҙы - уйын-сыҡ- тар-ҙы.

Ике йәки бер нисә тамыр һүҙҙән яһалып, бер нисә мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр ҡушмаһүҙ тип йөрөтөлә. Мәҫәлән: аҡҡош, һарытүш, өсаяҡ, бишбармаҡ, Оло Эйек, Кесе Эйек, Ҡара диңгеҙ, ҡурай еләге.

Башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр түбәндәге юлдар менән яһала:

1)һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән: ҡулъяулыҡ, ҡулъяҙма, ҡарағас, аҡҡош, алъяпҡыс, ҡыҙылгуҙ, ҡыҙылғанат, терегөмөш, тимерғаҙыҡ, ярғанат;

2)һүҙҙәрҙе парлау юлы менән: арлы-бирле, һауыт-һаба, бала-саға, дуҫ-иш, йәш-елкенсәк, егет-елән, тимер-томор, тирә-яҡ, түгеп-сәсеп, ҡайғы-хәсрәт, аллы-гөллө;

3)һүҙҙе ҡабатлау юлы менән: юл-юл, шәп-шәп, тиҙ-тиҙ, буй-буй, матур-матур, төрлө-төрлө, юлаҡ-юлаҡ, тимгел-тимгел;

4)һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән: тимер юл, ала ҡарға, ҡара ҡарға, таш күмер, һоро күмер, шәкәр ватҡыс, газ үткәргес, аяҡ өҫтө, ҡот осҡос, ҡара һауыты, тәртә төбө, Башҡорт дәуләт университеты;

5)һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән: БР — Башҡортостан Республикаһы; БДПУ — Башҡорт дәуләт педагогия университеты; БМО — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы; АҠШ — Америка Ҡушма Штаттары; БДБ — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

А. 1. Тәүге һүҙе аныҡлаусы вазифаһын юғалтып, икеһе бергә бер атама булып киткән һүҙҙәр бергә яҙыла: айғолаҡ, ағалтын, сумесбаш; аҡбалыҡ, аҡһөйәк (юғары ҡатлам кешеһе), аҡһаҡал, алабуға, ҡыҙылғанат, тимерғаҙыҡ, өсҡат (үҫем­лек), өсмөйөш, һиғеҙгүҙ, билбау, күкйөн (балыҡ) һ. б.

2.Эйәлек заты өлгөһөндә яһалып та, аҙағында эйәлек ялғауы төшөп ҡалған исем һәм исемгә ҡылым ҡушылып яһалған һүҙҙәр бергә яҙыла: гөлйемеш, ҡолаҡбау, ҡолонҡойроҡ, һабантуй, елғыуар, илбаҫар, һыубаҫар, көньяҡ, көнбайыш, көнкүреш һ. б.

3.Кеше исемдәре, руссаға оҡшатып яһалған һүҙҙәр, туғанлыҡ һүҙҙәре бергә яҙыла: ҡәйенбикә, ҡайнаға, өләсәй, олатай, Аҡйегет, Миңлеғәли, Ай­булат, өҫҡорма, үҙҡиммәт, ярымутрау, ысынбар­лыҡ: һ. б.

Б. 1. Ике йәки бер нисә һүҙҙән тороп, һунғы һүҙендә эйәлек ялғауы булһа, ундай ҡушма һүҙҙәр айырым яҙыла: айыу көпшәһе, айыу еләге, ҡурай еләге, ишек алды, муйыл ағасы, ҡара һауыты һ. б.

2.Бәйләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр айырым яҙыла: Яңыбай урта мәктәбе, Мәҙәниәт йорто, Спорт һарайы, Мәғариф министрлығы, Баш­ҡортостан Республикаһы һ. б.

3.Тәүге һүҙе аныҡлаусы мәғәнәһен һаҡлағанда, айырым яҙыла: бала саҡ, ала ҡарға, ялан баш, аҡһыл күк, алһыу ҡыҙыл, баш ҡала.

В. 1. Күҙҙәрҙе парлау һәм ҡабатлау юлы менән яһалған һүҙҙәр һыҙыҡса аша яҙыла: тирә-яҡ, тирә-йүн, юл-юл, буй-буй, бала-саға, тел-әҙәбиәт, кәкре-бөкрө, белер-белмәҫ, көнө-төнө һ. б.

2. Ике аралағы сикте, ваҡытты белдереүсе ҡушма һүҙҙәр һыҙыҡ аша яҙыла: Өфө - Мәскәү поезы, Мәскәү - Волга каналы, 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы һ. б.

Башҡорт телендә һүҙ составы

Һүҙҙәр

Һүҙьяһалыш юлы

Яҙылышы

Миҫалдар

Тамыр

Тамырҙан ғына тора

-

Мәктәп, китап, дәфтәр

Яһалма

Яһаусы ялғау ҡушыу юлы менән

Бергә (ҡушып)

Уҡыусы, белем, дәреслек. тәртипле

Ҡушма

А) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән

Бергә (ҡушып)

Бишбармаҡ, Ағиҙел, аръяҡ

Б) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән

Һыҙыҡса аша

Бала-саға, халыҡ-ара, үрле-ҡырлы, йүгерә-атлай

В) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән

Һыҙыҡса аша

Уҡый-уҡый, яҙа-яҙа, бара-бара

Г) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән

Айырым

Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы

Д) һүҙҙәҙе ҡыҫҡартыу юлы менән

Бергә

БДУ, педучилище, совхоз